Яңы хирургик саҡырыуҙар. Ошондай исем аҫтында Башҡорт дәүләт медицина университетында Бөтә Рәсәй олимпиадаһы башланды. Студенттар араһындағы һөнәри оҫталыҡ конкурсында илдең медицина уҡыу йорттарынан тиҫтәнән ашыу команда ҡатнаша. Олимпиада теоретик һәм практик этаптарҙан тора, программа 9 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Буласаҡ табиптарҙың практик медициналағы тәүге аҙымдарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова күҙәтте.
Операция өҫтәлендә пластик манекен. Әммә уның эсе буш түгел, сусҡаның эске ағзалары һалынған. Йөрәк, бөйөр, бауыр, эсәк-ҡарын. Буласаҡ табиптар әйтеүенсә, тап ошо хайуанды һайлау нигеҙһеҙ түгел, сусҡаның организм төҙөлөшө кешенекенә оҡшаған. Башҡорт дәүләт медицина университеты командаһы эсәккә операция яһай. 3-сө курс студенты Гөлдәриә Йосопова әйтеүенсә, һәр әмәлиәт үҙенсә яуаплы һәм ҡатмарлы, сөнки бизмәнгә кеше ғүмере һалынған.
Кардиология, нейрохирургия, урология һәм башҡалар. Олимпиада бөтәһе 9 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Программала теоретик этап та, практик өлөш тә ҡаралған. Мәҫәлән, был команда һарыҡ башының һөйәген тишеп, баш мейеһендәге шештәрҙе йәки йәрәхәттәрҙе дауалау өҫтөндә эшләй.
Хирургия буйынса олимпиада өсөнсө тапҡыр ойошторола. Һөнәри оҫталыҡ конкурсында Рәсәй медицина университеттары, Һиндостан, Мысыр, Үзбәкстан, Тажикистан студенттары ҡатнаша, 300-ҙән ашыу кеше. Ике көн дауамында һынауҙы уңышлы үткән 6 команда финал этабына сыға. Улар тере сусҡаға операция яһаясаҡ.
Олимпиадала иң юғары балл йыйыусы команданы уникаль награда - Олимпия скальпеле көтә. Медицина системаһында был конкурста еңгән йәш белгестәргә ихтыяж ҙур. Уҙған йылдарҙың еңеүселәре бөгөн Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы иң билдәле дауаханаларҙа клиник ординаторҙар, хирургтар булып эшләй.
Олимпиада зонаһы әлбиттә, дауаханаларҙағы операция залдарынан айырыла. Әммә талаптар шул уҡ. Әмәлиәт юғары кимәлдә, сифатлы итеп үткәрелергә, пациенттың сәләмәтлегенә хәүеф янамаҫҡа тейеш. Ваҡыт та мөһим әһәмиәткә эйә. Операция өҫтәле артында кеше ғүмере өсөн көрәш барғанда һәр минут, хатта секунд ҡәҙерле
Рәмзиә Кәримова



