Сифатһыҙ ремонтланған юл участкаларын махсус контролгә алырға һәм подрядсыларҙы уларҙы тәртипкә килтерергә мәжбүр итергә. Был аҙнала республика башлығы транспорт министрлығына ошондай бурыс йөкмәтте. «Проблемалы юлдар»ҙы ремонтлау барышын һәм сифатын тикшереү барышында Радий Хәбиров мәсьәлә хәл ителәһе объекттарға иғтибар итте. Уларҙың береһе Ҡалтасы районында урынлашҡан. Теманың дауамы киләһе яҙмала .
Ҡасандыр ул Өфөлө булған, ә һуңғы 20 йылда Күсәш ауылында ғүмер итә. Ҡатыны арҡаһында Рәниф Ғазинға ҡаланыҡын ауыл пропискаһына алмаштырырға тура килә. Табиптар ҡала ығы-зығыһынан алыҫ китергә кәңәш итә. Һөҙөмтәлә: тынлыҡ, таҙа һауа һәм тәбиғәт. Әммә ауыл тормошоноң кире яҡтары ла етерлек.
Өфө - Бөрө - Яңауыл - Иҫке Йәш юлының бер участкаһы бына ниндәй хәлдә булған. Был кадрҙар былтыр, ремонт башланыр алдынан төшөрөлгөн. Юл тотош балсыҡ массивынан тора, дөйөм оҙонлоғо 19 километр. Ул Ҡалтасы районының биш ауылын тоташтыра. Ерле халыҡты район үҙәге менән бәйләгән берҙән-бер транспорт юлы. 2023 йылда Өфө-Бөрө-Яңауыл төбәк трассаһы менән киҫешкән урындан Иҫке Йәш ауылына тиклем урындағы юлды тәртипкә килтерә башлағандар. Ике йыл эсендә подрядсы ойошма 15 километр араны ремонтларға тейеш.
Был дүшәмбе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә «проблемалы юлдар» мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров
Республиканың транспорт министрлығына ремонт барышын һәм сифатын анализларға ҡушты. Башҡортостан етәксеһе Сибай - Аҡъяр трассаһындағы былтырғы эштәрҙе «бик насар ойошторолған» тип атаны, ремонт 70 процентҡа ғына тамамланған. Ҡалтасы районында урынлашҡан объекттар ҙа тәнҡитләнде.
Ҡалтасы районында элек асыҡланған иҫкәрмәләрҙе төҙәтеүгә тотондонғандар ҙа инде. Иҫке Йәш ауылына алып барған юлда подрядсылар тәгәрмәс эҙҙәре ҡалдырған колеяларҙы бөтөрә.
Тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле юлдарҙы ремонтлау программаһы республика башлығы инициативаһы менән 2023 йылда эшләй башланы. «Проблемалы юлдар» исемлегенә дөйөм оҙонлоғо 183 километр булған 57 объект индерелгән. Быйыл бындай юлдарҙы тәртипкә килтереүгә 4 миллиард 880 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Гүзәл Борханова






