Ғилми йыйынтыҡта мосолман мәҙәниәтен өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәте тупланған. Китапта Мәскәү, Санкт-Петербург, Махачкала һәм Силәбе белгестәренең дә яҙмалары бар. “Зәйнулла Рәсүлев – рухи йыһан. Уның эштәрен өйрәнергә кәрәк. Йәштәр яңы асыштар яһарына ышанам”, - ти фәлсәфә фәндәре кандидаты Закирйән Әминев.
Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов монография өсөн ике документ әҙерләгән.
Зәйнулла Рәсүлев Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Был уның иң бөйөк ҡаҙаныштарының береһе, тигән фекерҙә замандаштарыбыҙ. Зәйнулла Рәсүлевтың эшен оло улы Ғабдрахман дауам итә. Ул ғалим, тарихсы һәм меценат булып таныла.







