Беҙҙең республика делегацияһы ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Ҡытайҙа. Инвестор менән осрашыуҙа Өфө янында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында термопластавтоматтары сығарыу заводы төҙөргә тәҡдим ителде. Проект йылдың икенсе яртыһында тормошҡа ашырыла башлай. Пластикты эшкәртеү буйынса йылына 500 ҡорамал сығарыу ҡарала. Бындай автоматтарға илдә ихтыяж ҙур. Проектты Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында “Инвестиция сәғәте” ултырышына сығарырға тәҡдим ителә.




