Туристик комплекс Турахан кәшәнәһе янында барлыҡҡа килә. Әле биләмәлә Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының сәфәр йорто һалына. Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге төҙөлөшө дүрт өлөштән тора. Проект 1,2 миллиард һумға баһалана. Башҡортостан Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев һөйләй.
Шишмә районында Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының сәфәр йорто июлдә асыла.







