Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа федераль законға үҙгәреш әҙерләнгән. Ҡанун проектына ярашлы башҡарыусы йәки ижади коллективтар фонограммаға йырлаған осраҡта, тамашасыларҙы алдан иҫкәртергә тейеш. Дөрөҫ мәғлүмәт булмаған ваҡытта, билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға рөхсәт ителә. Фонограмманы тулыһынса тыйыу ҡаралмай. Ләкин концертта алдан яҙҙырылған тауыш ҡулланылыуы йәки йәнле башҡарыу буйынса тамашасының хәбәрҙар булыуы шарт.







