Быйыл акция “Быуындан быуынға. Ғаилә ҡомартҡылары” исеме аҫтында ойошторола. Унда 100-ҙән ашыу музей ҡушыла. Халыҡ өсөн күргәҙмәләр, уйындар, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, концерт үткәрелә. Бөтә музейҙар онлайн эфирҙар ҙа алып бара. Социаль селтәрҙәрҙә һәм “Культура.РФ” интернет-порталында тура тапшырыуҙар була.







