Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында ҙур төҙөлөш дауам итә. Яңы туристик һәм мәҙәни объект хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә XIV–XV быуаттарҙа урынлашҡан тарихи һәйкәлдәр янында урынлаша. Әле сәфәр йорто төҙөлә, киләсәктә музей барлыҡҡа килә. Проект авторы, архитектор Рөстәм Әлибаев әйтеүенсә,бындай үҙенсәлекле визит-үҙәк башҡа бер ҡайҙа ла юҡ.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизиацияһы музейы янында ҙур туристик комплекс барлыҡҡа килә. Бында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, “Күскенсе” тигән СПА-шифахана төҙөлә.







