Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре делегацияһы менән осрашты

Сәнәғәт, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек. Башҡортостан башлығының Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре делегацияһы менән осрашыуында ошондай бурыстар ҡуйылды. Яҡтар хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Үзбәкстан беҙҙең республика өсөн стратегик партнер, ул тауар әйләнеше күләме буйынса 5-се урында тора. Ташкент өлкәһе динамик үҫешкән сәнәғәт төбәктәренең береһе, һәм был өлкәлә хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла ҡыҙыҡлы буласаҡ, тиелде осрашыу барышында. Шулай уҡ берҙәм технопарктар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Ғәмәлдәге юл картаһы сиктәрендә социаль, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек программаһы булдырыласаҡ. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға яуап визиты көҙгә билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ