Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге үҙәк парк ремонтлана

Төҙөкләндереү эшенә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, скейт-парк, амфитеатр - былар яңы паркта барлыҡҡа киләсәк объекттарҙың бер нисәүһе генә. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Паркта ремонт былтыр башланған. Төҙөкләндереү бер нисә этапта алып барыла. Быға тиклем иҫкергән юл япмалары алмаштырылған, серегән ағастар ҡырҡылған. Биләмәлә ремонт йылдам бара. Эш тамамланып өлгөрмәһә лә, ял үҙәгенән халыҡ өҙөлмәй.

Амфитеатр - күләмле төҙөкләндереүҙең бер өлөшө генә. Йәйәү һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар барлыҡҡа киләсәк. Иң мөһиме, паркта матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ. Юл ситтәренә фонарҙар ҡуйылған, ә аяҡ аҫтына йомшаҡ резина япма түшәлгән. Бөтә үҙгәрештәр ҙә урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарыла.

Иҫтәлекле әйберҙәрҙең береһе - ул иҫке фонтан һәм шоңҡар скульптураһы. Был ишембайҙарҙың электән яратып өлгөргән объекттары. Улар ҙа яңыртыласаҡ. Был өлкән быуын вәкилдәренең теләге, ә йәштәр һәм балалар өсөн заманса спорт майҙансыҡтары, скейт-парк, бәүелсәк һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк.

Ишембайҙарҙың заманса ял урыны тураһындағы хыялы оҙаҡламай тормошҡа ашасаҡ. Планға ярашлы, парк ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тик төҙөүселәр уны иртәрәк - яңы уҡыу йылына төҙөп бөтөргә ниәтләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ