Республика Башлығы "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" академияһы барышында тура эфирҙа ҡатнашты. - Ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн алғы һыҙыҡта булғандарға ярҙам итә - маскировка селтәрҙәре, кейем әҙерләй, гуманитар йөк туплай. Хәрбиҙәр өсөн бындай ярҙам үтә мөһим. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" кеүек проекттар халыҡ өсөн файҙалы. Проект ярҙамында халыҡ тормошо яҡшыра икән, тимәк, улар - кәрәкле, - тине Радий Хәбиров.







