Йәкшәмбе Өфөнөң тарихи үҙәгендә транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә

Был ЗАБЕГ.РФ ярыммарафоны үтеүгә бәйле. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-кә тиклем Ленин, Пушкин, Зәки Вәлиди, Мостай Кәрим, Карл Маркс урамдары ябыла. Йәмәғәт транспорты маршруттарына ла үҙгәрештәр индерелә. Ҡайһы бер ихаталарҙан сығыу юлдары ла бикләнә. Шуға күрә шәхси автомобилдәрҙе ҡуйыу урынын һәм сәфәрҙе алдан планлаштырырға кәңәш ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ