Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай президиумың күсмә ултырышы Бөрөлә үтте

Закон сығарыу мәсьәләләрен тикшерер алдынан комитет етәкселәре төрлө предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы,шул иҫәптән белем биреү ойошмаларын ҡараны. Бөрө ҡалаһы һәм районында депутаттар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Был токарь-фрезер станоктары 70 процентҡа Рәсәйҙә эшләнгән комплектаторҙарынан тора, уларҙың күбеһе ошо уҡ цехта етештерелә. Бер йылда 40-ҡа яҡын машина йыйыла. Производствоны киңәйтеү өсөн эшҡыуарға сауҙаһыҙ ер участогы бүленәсәк, әммә яңы майҙандар төҙөү өсөн аҡса кәрәк. Депутаттар эшҡыуарҙың импортты алмаштырыу йүнәлешендәге башҡарған эшен юғары баһаланы. Был һорауҙы хәл итеүҙә ярҙам вәғәҙә иттеләр.

11 йыл элек башлағайныҡ. Беҙ эшләгән токарь станоктары рәсәйҙең төрлө төбәгенә һәм сит илдәргә лә ебәрелә.

Дмитрий Зырянов, шәхси эшҡыуар

Эске туризмды үҫтереү йүнәлешендә эшләгән Елена Классен- Морилова иһә дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. Эшҡыуар Шәмсетдин күле буйындағы турбазаһын киңәйтеү өсөн 27 миллион һум күләмендә федераль грант отҡан. Ике йыл элек асылған ял урынында тағы ла 18 йорт барлыҡҡа киләсәк.

Тәүге йыл беҙгә 600 турист килгәйне, икенсеһендә 1300. Быйыл тағы ла күбәйәсәк. Ял итеүселәр өсөн яңы йорттар йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн ҡаралған. Был өлкәлә эш алып барыку еңел түгел, әммә ул күңел өсөн яҡын тип әйтә алам.

Елена Классен-Морилова, шәхси эшҡыуар

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Президиум ағзалары менән бергә Яугир-еңеүсе һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты, Телмәр боҙолоуынан интегеүсе уҡыусылар өсөн Бөрө коррекция мәктәп-интернатында булды. Депутаттар мәғариф учреждениеһындағы шарттарҙы ҡараны педагогтар коллективы, уҡыусылар менән аралашты.

Парламентарийҙар 2016 йылда Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында мәҙәни үҫеш үҙәктәрен төҙөү федераль программаһы сиктәрендә асылған «Умникум» үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Үҙәк төрлө йәштәге кешеләрҙең техник, мәҙәни һәм ижади үҫеше өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора. Артабан депутаттар президиум ултырышында Бөрө ҡалаһы һәм районының артабанғы үҫеше тураһында һөйләште, көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлчны.

Депутаттар шулай уҡ халыҡты ҡабул итте. Һәр комитет үҙ профиле буйынса мөрәжәғәте булған граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ