Өфөлә аграр уҡыу йорттары ректорҙары һәм проректорҙары өсөн семинар-кәңәшмә бара

Башҡорт дәүләт аграр университетының эш тәжрибәһе Рәсәй төбәктәренә таратыла. Уҡыу йортонда илдең аграр уҡыу йорттары ректорҙары һәм проректорҙары өсөн семинар-кәңәшмә бара.

Семинар-кәңәшмәлә аграр уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу тураһында һүҙ бара. Сөнки бөгөнгө заманда йәштәрҙе йәлеп итеү, лайыҡлы кимәлдәге кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар булыуы мөһим.

Һүҙ юғары белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереү, заманса технологиялар менән йыһазландырыу хаҡында ғына түгел, студенттар йәшәгән ятаҡтарҙы ла ремонтлау мотлаҡ. Семинар-кәңәшмәнең тап Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел. Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Республика етәкселеге лә университеттың матди-техник базаһын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирә, бында аграр предприятиеларҙың махсус кабинеттары асыла. Семинарҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, ауыл хужалығында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсаты ҡуйыла икән, тәү сиратта заманса уңайлыҡтар талап ителә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ