Өфөлә Халыҡ-ара химия фәне буйынса диктант үтте

«Тирә яғыбыҙҙа химия». Ошо исем аҫтында 6-сы Халыҡ-ара химия фәне буйынса диктант үтте.

Мәғрифәтселек сараһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм Башҡортостандың сәнәғәт өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Диктант химияның төрлө өлкәләренә ҡағылышлы 25 һорауҙан торҙо. Уны яҙыусылар үҙҙәре өсөн төрлө ҡатмарлылыҡ кимәлен һайлай алды. Сара аҙағында Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған викторина ойошторолдо. Уның еңеүселәренә Өфө фән һәм технологиялар университеты әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ