Табындар Ауырғазы районында йыйылды. 6-сы «Табынфест - 2024» төбәк-ара йәштәр фестиваленең мәғариф форумы Үтәймулла ауылында үтте. Сараның күсмә вымпелы ауырғазыларға былтыр Балтас районында тапшырылғайны. Мәғариф форумын ойоштороу Табын ырыуы фестиваленең беренсе этабы булып тора.
Форум барышында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Атап әйткәндә, грант конкурстарында ҡатнашыу, проект яҙыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, «Урал батыр» эпосы һәм тел һорауҙарына ҡағылышлы лекциялар яңғыраны. Шәхси үҫеш буйынса тренинг үтте. «Табынфест» тың беренсе этабын тап Үтәймулла ауылында үткәреү юҡҡа түгел. Ул Ауырғазы районында табын ырыуы вәкилдәре йәшәгән иң ҙур ауылдарҙың береһе.
Сара сиктәрендә урындағы мәҙәниәт йортонда бай йөкмәткеле шәжәрә авторҙары бүләкләнде, кәсепселек күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҙур фествалдең икенсе этабы һәм спорт, «Табын батыры», «Табын һылыуҡайы» ярыштары 8 июндә Һабантуй майҙанында үтә.






