Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Фәтих Ҡолһариндың бенефисы үтте

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә бенефисы үтте. Сәхнә оҫтаһының ижад кисәһе тамашасылар, яҡындары, актерҙың коллегалары өсөн уртаҡ байрамға әйләнде. Был турала киләһе яҙмала.

Байрам театр фойеһынан уҡ башланды. Театр коллективы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы, халыҡ артисы тураһында мәғлүмәт буклеты таратылды. Импровизацияланған сәхнәлә Фәтих Ҡолһариндың улы Арыҫландың гитара моңо тамашасыларға бүләк булып яңғыраны. Фотозонала юбиляр ижадын һөйөүселәргә автограф бирҙе, аралашты, фотоға төштө.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхәнәһендә тамашасыларға «Метранпаж менән тарих» бенефис спектакле күрһәтелде. Унда төп ролдә Калошинды юбиляр үҙе уйнаны. Тамашанан һуң сәхнә оҫтаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау телеграммаһы тапшырылды.

Фәтих Ҡолһарин театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән актер. Халыҡ артисының күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге, сәнғәткә тоғролоғо кисәлә театр эшмәкәрҙәре союзы һәм мәҙәниәт министрлығы тарафынан да юғары баһаланды. Яҡташтары талантлы, халыҡсан ролдәр башҡарыусы Фәтих Ҡолһарин менән ғорурланыуҙарын белдерҙе, ижади уңыштар теләне.

Бөгөн беҙҙең республикала һәм ҡалабыҙҙа күркәм байрам.Фәтих Ҡолһаринды бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан белә. Беҙҙе берләштергән байрам өсөн рәхмәтлебеҙ.

Гүзәл Хөснуллина, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе

Яуап һүҙендә юбиляр, яратҡан коллегаларына, тоғро тамашасыларына, яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ижадсы артабан да сәхнәгә һәм тамашасыларға тоғро хеҙмәт итергә, яңы ролдәр һәм образдар өҫтөндә эшләргә һүҙ бирҙе.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ