Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты составына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, уның эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һәм башҡа рәсми вәкилдәре ингән. Форум республикала матбуғат, радио һәм телевидение мәсьәләләрен хәл итеү, телде һаҡлау һәм үҫтереү, интернет киңлегендә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатынан ойошторола. Сарала журналистика өлкәһендә билдәле белгестәр ҡатнаша, тәжрибә уртаҡлаша.







