12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Ул шаршамбыға тура килә. Федераль байрам уңайынан ял ҡаралған. Өфөлә ҡала көнө уңайынан байрам саралары август аҙағында 450 йыллыҡ юбилей тантаналары менән бергә үткәрелә. Июндә шулай уҡ Ҡорбан байрамы була. Ул 16-ыһы, йәкшәмбегә тура килә. Ял 17 июнгә, дүшәмбегә күсерелә.







