Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға 40 автомобиль, 4 мотоцикл һәм квадроцикл, төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары оҙатылды. 10 тоннанан ашыу эсәр һыу, квадрокоптерҙар, биноклдәр, рациялар, генераторҙар, йоҡо тоҡтары, гигиена кәрәк-яраҡтары, посылкалар һәм хаттар тупланған гуманитар ылау Ватан һаҡсыларына даими ебәрелә. 126-сы гуманитар ярҙам Рәсәйҙең яңы 4 субъектында урынлашхан хәрби подразделениеларға таратыласаҡ.






