Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары физика фәнен өйрәнеү буйынса махсус чат-бот ойоштороп, уны файҙаланыуға дәүләт таныҡлығы алған. Чат менән ҡулланып малай-ҡыҙҙар физиканан Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә, уҡыу материалдарын педагогтар, ғалимдар, тиҫтерҙәре менән аралашып үҙләштерә ала. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә ойошторолған проект мәктәп уҡыусыларына техник һөнәрҙәргә әҙерләнергә булышлыҡ итә. Иртә профориентация программаһы сиктәрендә буласаҡ инженерҙар, физика , химия, информатика һәм башҡа йүнәлештәрҙә эшләйәсәк белгестәргә ярҙам итеү ҡаралған.



