Һүҙ тәү сиратта урта персонал, йәғни фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары тураһында бара. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре, автотранспортты газ яғыулығына күсереү, юлдарҙы ремотлау мәсьәләләре ҡаралды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Дыуан районында йыл башынан 4 фельдшер һәм 9 шәфҡәт туташы эш башлаған. Был муниципаль берәмектең медицина уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Икенсенән, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә, 2012 йылдан 5 социаль йорт төҙөлгән, уларҙа 69 медицина хеҙмәткәренә фатир бирелгән. Бөгөн оператив кәңәшмәлә Дыуан районының тәжрибәһе өлгө итеп ҡуйылды. Сөнки урта медицина персоналы етмәгән һәм был проблемаға иғтибар етмәгән төбәктәр күп. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Благовещен, Иглин районында мәсьәлә киҫкен тора.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан медицина учреждениеларында 76 меңгә яҡын кеше эшләй, уларҙың 37 меңдән ашыуы урта медицина персоналы. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республика кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы төбәк проектындағы 9 пункттың етеһен тормошҡа ашырған. Төбәктә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары эшләй. Улар нигеҙендә аҡсалата ярҙам, торлаҡ, ер участкалары бирелә. Башҡортостан федераль бюджеттан ошо маҡсатта бүленгән аҡса күләме буйынса өсөнсө урында тора.
Ултырышта транспорт сараларын газ яғыулығына күсереү,тейешле инфраструктура тыуҙырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Әле төбәктә 57 газ тултырыу станцияһы эшләй. Республика был күрһәткес буйынса икенсе урында. Быйыл тәүге 4 айҙа төбәктә 15 миллион кубометр тәбиғи газ тотонолған. Әммә күрһәткестең кәмеүе күҙәтелә.
Әле республика хужалыҡтары өсөн ҡыҙыу осор. Ултырышта билдәләнеүенсә, сәсеү кампанияһы тамамланыу алдында. Бөгөнгә ярауай культуралар 1 миллиондан ашыу гектарҙа сәселгән, был дөйөм майҙандарҙың 58 проценты. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 96 проценты сәселгән. Яҙғы баҫыу эштәренә 5 мең берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән. Май айындағы һыуыҡтарҙан сәселгән культураларҙың бер өлөшө һәләк булған.
Сәсеү тамамланыу менән ялан батырҙарын һабан байрамы көтә. Радий Хәбиров муниципаль берәмек башлыҡтарына һабантуйҙар үткәргәндә махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибар бирергә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова



