Махсус хәрби операцияала ҡатнашыусы яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттары менән көрәшеү хаҡында һөйләне

Яуҙа бар саралар ҙа яҡшы. Пилотһыҙ осоу аппараттарын бәреп төшөрөү өсөн һунар мылтыҡтары ла ҡулланыла. Украина ҡораллы көстәре снарядтар етешмәүен дрондар менән ҡапларға тырыша. Махсус ҡорал менән уларҙың барыһын да юҡ итерлек түгел. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан ФПВ дрондар, комикадзеларға ҡаршы тороу өсөн йәҙрә мылтығынан да һөҙөмтәлерәк ҡорал юҡ, ти хәрбиҙәр. Айнур Кәбиров Донецк халыҡ республикаһының Луганское ауылы эргәһендә тороусы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Башҡортостан яугирҙарының алдынғы идара итеү пункты дислокация урынынан алыҫ түгел. Әммә унда барып етеү өсөн автомобилде бар көсөнә ҡыуырға кәрәк. Ҡаршы яҡтың дрон-разведчиктары шәйләп ҡалып блиндаждарҙы асыҡламаһын өсөн. Яугирҙар был йүнәлеште үҙҙәренсә «Ғүмер юлы» тип йөрөтә.

Алдынғы идара итеү пункты бәрелештәр һыҙығынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Ер аҫтындағы блиндаждар һауанан күренмәй ҙә, ә бына яугирҙар Украина ҡораллы көстәренең һәр хәрәкәтен күреп тора. Күктә ҡаршы яҡты онлайн режимда дрон күҙәтә. Тәүлек әйләнәһенә эшләү өсөн блиндаждарҙа йоҡо, аш-һыу бүләмәләре лә ҡаралған.

Дрондарҙан һаҡланыу өсөн командирҙарҙы йөрөтөүсе водитель үҙе менән һунар мылтығы ла ала. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан квадрокоптерҙарҙы бәреп төшөрөү өсөн ун алтынсы колибрға етеүсе ҡорал юҡ, ти «Дикий». Күрәһең һунарсы халыҡ ҡаны үҙенекен итә.

Яугирҙарҙың дрондарға ҡаршы ҡоралдары бар. Әммә һауаны тулыһынса контролдә тотоу өсөн уларҙың күп булыуы мөһим. Сөнки пилотһыҙ осоу аппараттары төрлө йышлыҡтарға ҡоролған.

Беҙҙең ҡорал бер йышлыҡҡа көйләнһә, дошман дрондары бөтөнләй икенсе тулҡындарҙа осоуы ихтимал. Көйләнгәнсе ваҡыт үтә. Шуға күрә барлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын күҙәтеү өсөн ҡоралдың да күп булыуы мөһим.

«Сапсан» ҡушаматлы яугир

Кураховка йүнәлешендә гаубицалар башлыса оборонала тора. Нацистар нығытмаларын ракета системалары һәм һәм һауанан бомбардировщиктар тар-мар итә.

Яҡташтарыбыҙ өсөн алғы һыҙыҡта иң ҙур терәк тыуған яҡтың иғтибары. Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙам өҫтәмә снаряд кеүек. Бындай терәк барҙа Еңеү һис шикһеҙ беҙҙеке буласаҡ, ти яугирҙар.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ