Өфөлә Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте

Өфөнөң мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте. Көн дауамында барған йыйында спортта әүҙем хәйбуллалар волейбол ярыштарында ҡатнашты. Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм яҡташтар менән осрашты, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Хәйбулла оҫталары күргәҙмәһе, район таланттары концерты менән үрелеп барған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.

Яҡташтар осрашыуға килеүселәрҙе дәртле бейеү көйҙәре һәм күңелле таҡмаҡ менән ҡаршыланы. Өфөлә йәшәүсе хәйбуллалар филармония алдындағы майҙанда район эшҡыуарҙары һәм ҡул эштәре оҫталары экспозицияһы менән танышты.

Хәйбуллала рекордлы күләмдә 436 килограммдан ашыу иң ҙур ҡорот әҙерләнгән. Эльвира Юнысова кеүек хужабикәләр уның 30-лап төрөн етештерә. Икмәк бешереүҙә Алһыу Байғусҡароваға етеүсе юҡ. Ул етәкләгән икмәк бешереү цехында ҡамырҙан 40 тиҫтәгә яҡын тәмле ризыҡтар бешерелә. Яҡташтар осрашыуына килеүселәр хәйбулла уңғандарҙы етештергән продукцияны тәмләп ҡараны, тыуған яҡ күстәнәсен танһыҡ күреүселәр һатып алды.

Хәйбуллаларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсаты ла берләштерә. Тиҙҙән райондың илле ауылынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға илле маскировка селтәре бәйләп оҙатыласаҡ.

Түңәрәк өҫтәл барышында Хәйбулла районын үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре - юл торошо, медицина персоналы етешмәү, ауыл хужалығы эштәрен үткәреү күтәрелде. Фекер алышыуҙарҙа яҙыусылар, журналистар, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, депутаттар, дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Төп темаларҙың береһе: районға йәш белгестәр йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Баш ҡала юғары уҡыу йорттарында яҡшы уҡыған, яҡташлыҡ хәрәктендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәр тырышлығы айырым баһаланды.

Осрашыу эшлекле, йылы шарттарҙа үтте. Йәштәр район етәксеһе менән аралашты, һорауҙарына яуап алды.

Тимур Байғусҡаров, Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты

Хәйбуллаларҙың идеялары ташып тора. Яҡташтар осрашыуы, берләшеү, аралашыу, уларҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур аҙым, ти Хәйбуллалар. Саранан һәр кем ҡанатланып, көс алып ҡайтты.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ