“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса аҡса тапшырыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 92 биләмә һайлап алынған. Быйыл программа буйынса 123 парк, сквер, аллея һәм башҡа урындар тәртипкә килтерелә. Бының өсөн 1,2 миллиард һум бүленә.







