Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын асыу тантанаһы үтте

Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын, «Газ. Нефть. Технологиялар» 32-се махсуслаштырылған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргесте файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.

Шулай уҡ баш ҡалала нефть һәм газ ҡорамалдарын етештереү һәм сервислы хеҙмәтләндереү буйынса юғары технологиялы комплекс сафҡа инде. Яҡынса биш мең квадрат метр майҙанда ойошторолған яңы производство юғары теүәллектәге станоктар менән тәьмин ителгән. Инвестициялар күләме - 700 миллион һумдан ашыу, илле яңы эш урыны булдырылған. Билдәле булыуынса, һуңғы өс йылда компания Сәнәғәтте үҫтереү фондының льготалы кредиты, «Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды» гранты менән файҙаланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ