Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» киберспорт үҙәге асылды

Башҡортостанда IT мөмкинлектәр өсөн шарттар булдырыла. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» тип исемләнгән киберспорт үҙәге асылды. Майҙан заманса компьютер һәм башҡа техника менән йыһазландырылған.

Киберүҙәктә онлайн уйындар уйнарға ғына түгел, тура трансляциялар алып барырға, дизайн һәм видеомонтаж менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Бынан тыш, Өфө фән һәм технологиялар университетының йыйылма киберкомандаһы үҙәктә киләсәктәге ярыштарға әҙерләнәсәк. Быйыл ғына формалаштырылған төркөм федераль кимәлдә үк танылыу яулап өлгөргән. Ошонда уҡ мобиль уйындар йүнәлешендә эш алып барыласаҡ.

Киберспорт, киберхәүефһеҙлек, ғөмүмән, IT - бөгөн иң кәрәкле, мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Студенттар ғына түгел, мәктәп уҡыусылары араһында ла ул көнүҙәк. Был үҙәк үҙенсәлекле, сөнки уның проектын студенттар үҙҙәре уйлап сығарҙы. Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләүгә иҫәпләнгән.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ