“Роснефть” компанияһы составына ингән “Башнефть” ойошмаһының Дыуан районындағы Мәтәле нефть ятҡылығында автоматлаштырылған газ әҙерләү комплексы пермеатты эшкәртеү буйынса яңы юғары технология ҡуллана башланы. Уға старт Өфөлә уҙған 32-се халыҡ-ара “Газ.Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһендә бирелде. Яңы ҡоролма йыл һайын тәбиғи һәм эйәрсән нефть газдарын таҙартыу процесында барлыҡҡа килгән 17 миллион 500 мең кубометр пермеат ағымын эшкәртәсәк. Пермеатты таҙартыуҙың яңы блогы газ әҙерләүҙә автоматлаштырылған комплекстың мөһим өлөшө һанала, уны төҙөү «Башнефть»компанияһының газ программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы бер нисә этапта алып барыла. Камиллаштырылған технологик циклды индереү Мәтәле ятҡылығындағы эйәрсен нефть газын файҙаланыуҙы 96 проценттан ашыуға еткерә ала. Комплекстың беренсе сифатын сафҡа индереү Дыуан районындағы 3 меңгә яҡын йорт хужалығында газға ихтыяжды тулыһынса тәьмин итә ала. Икенсе сиратты сафҡа индереү етештереү мөмкинлеген ике тапҡырға арттырыуға булышлыҡ бирәсәк. Алынған газдың бер өлөшө ҡулланыусыларға ебәрелһә, ҡалғаны йылына 75 миллион киловат сәғәттән ашыу электр энергияһы етештереүсе «Мәтәле» газ поршенлы электр станцияһына яғыулыҡ булып тора. Ул компанияның Краснокама районындағы Арлан һәм Нарат ятҡылыҡтарындағы ҡорамалдарҙың эшен тәьмин итә. Газ әҙерләү комплексының һуңғы сиратын эшләтеп ебәреү тирә - яҡ мөхиткә булған кире йоғонтоно кәметә, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларын экологик яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе яҡшырта.








