Ул Ҡаран-Йылға менән Ҡолҡан ауылдарында 180 йортто һәм ике социаль объектты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ Өфөлә ойошторолған күләмле сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында тағы ла ике яңы производствоны асыуға старт бирҙе. «Газ. Нефть. Технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһенә килгәндә, ойошторолоу тарихында ул иң күләмлеһе. Экспозициялар һәм яңы сәнәғәт комплекстары менән тәүгеләрҙән булып БЮТ ижади төркөмө танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рөхсәт бирелеү менән станоктар эшләй башланы. Өфөлә нефть һәм газ ҡорамалдарын етештереү, сервислы хеҙмәтләндереү буйынса юғары технологиялы комплекс сафҡа индерелде. «Интэко» инжиниринг компанияһының яңы производство майҙансығы инновация ҡорамалдарын сығарыу, импортты алмаштырыу йүнәлешендә эшләүгә йүнәлтелгән. Инвестиция проекты сиктәрендә илле яңы эш урыны булдырылған.
Производствоның дөйөм майҙаны яҡынса биш мең квадрат метр, тиҫтәнән ашыу станок юғары теүәллек менән деталдәр етештерә. Компания етәкселеге дәүләт ярҙамы менән үҫеш юлдарын да киңәйтергә иҫәп тота. Киләсәктә биләмәлә ғилми-техник үҙәк, тотош технопарк ойоштороу ҙа планлаштырылған. Тағы ла резиденттар килер тип көтөлә.
Рәсәй нефть, газ һәм химия форумын асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тағы ла бер производствоға старт бирҙе. «Башнефть» компанияһының Дыуан районындағы производство базаһында газды әҙерләү буйынса автоматлаштырылған комплекста пермеатты, йәғни әсе газды эшкәртеүсе юғары технологиялы ҡулайлама файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ телекүпер режимында Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргесте файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт бирелде. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында нефть һәм газ химияһы форумында ҡатнашыусылар йылдан-йыл артыуын билдәләне. Предприятиелар өсөн - тәжрибә уртаҡлашыу, кәрәкле бәйләнештәр булдырыу майҙансығы.
Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар менән бергә Рәсәй нефть, газ һәм химия тармаҡтары предприятиелары экспозициялары, техника һәм ҡорамалдар өлгөләре менән танышты. 14 мең ярым квадрат метр майҙанда урынлашҡан күргәҙмәлә Рәсәйҙең 38 төбәгенән 330-ан ашыу компанияһы ҡаҙаныштары, алдынғы технологиялары менән таныштырҙы.
Күләмле сара сиктәрендә пленар ултырыш та ойошторолдо. Унда «Рәсәй нефть, газ һәм химия тармағы технологик үҫеше өҫтөнлөктәре: яңы саҡырыуҙар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» ҡаралды. Һуңғы ике йылда Көнбайыш илдәренең санкциялар баҫымы ни тиклем көслө булмаһын, Башҡортостан предприятиелары яңы үҫеш юлдарын табып, иҡтисади бәйләнештәрен нығытты ғына.
Күләмле сара республика предприятиеларының ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеге лә, яңы партнерҙар табыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, нефть, газ һәм химия тармағы - республиканың, тотош Рәсәйҙең ғилми үҫеш драйверы. Инновациялар менән алмашыу импортҡа ихтыяжды кәметеп, технологик суверинитетты тәьмин итә.
Дүрт көнгә Өфө Рәсәйҙең нефть, газ һәм химия тармағы үҙәгенә әйләнә. Форумдың эшлекле программаһына ярты меңгә яҡын спикер саҡырылһа, күргәҙмә менән егерме меңдән ашыу кеше танышыр тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина



