Радий Хәбиров йөк ташыусы автомобилдәрҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә ҡушты

Миәшәгәр-Торналы-Мөрсәлим, Кропачев-Мәсәғүт-Әшит һәм Мөрсәлим- Сүлиә юлдарында йөк үлсәү системалары барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте»ндә төнъяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә йөк ташыусы автомобилдәрҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә ҡушты. Был юлдарҙан урындағы каръерҙа сығарылған төҙөлөш материалдары тейәгән транспорт йыш йөрөй. Республика башлығы әлеге трассаларҙа өҫтәмә үлсәүҙәр ҡуйыу кәрәклеген белдерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ