Өфөлә Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә етештерелгән текстиль һатыласаҡ сауҙа йорто асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шәүҡәт Абдуразаҡов менән осрашты. Улар төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәрен һәм проекттарҙы тикшерҙе. Ауыл хужалығында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Наманган өлкәһенән йәшелсә-емеш, киптерелгән еләк импорты мөмкинлектәре ҡарала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Шәүҡәт Шокирйән улы менән һөйләшеүҙәр дауам итәсәк.

Үзбәкстандың Бохара ҡалаһына «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса туристар барасаҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров Бохара өлкәһе хакимы Ботир Зарипов менән һөйләште. Бохара- Үҙәк Азияның иң боронғо ҡалаларының береһе. Туғыҙынсы быуаттан башлап тарихи дәүерҙәрҙең уникаль архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалған архитектура һәм тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ. Урта быуаттарҙа Урта һәм Яҡын Көнсығыштың мәҙәниәте, фәне һәм мосолман теологияһы үҙәге булған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ