Башҡортостанда 2 йәшлек баланы эт талап үлтергән

Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл Баҡалы районында булған. 20 майҙа шәхси йорт биләмәһендә 3 йәше тулып килгән ҡыҙ бәйҙә булған эт янына килгән. Йорт хайуаны балаға ташланған. Ҡыҙҙың әсәһе этте ҡыуып ебәргән, баланы дауаханаға алып барғандар. Әммә алынған йәрәхәттәр үлемесле булған.  Был хәл буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Башҡортостанда 2 йәшлек баланы эт талап үлтергән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ