Роснефткә ҡараған “Башнефть” компанияһы нефть эшкәртеү заводтарында технологик процестар менән камиллаштырылған идара итеү буйынса алдынғы интеллектуаль системалар индерә. «Цифрлы завод» инновацион проектының презентацияһы Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә үтте.
Был система бер нисә йөҙ параметрҙы шунда уҡ анализлай һәм күрһәткестәргә таянып ҡоролмаларҙың эш режимын көйләй ала.
Өфөнөң «Башнефть – Новойл», «Башнефть-УНПЗ» һәм «Башнефть-Өфөнефтехим» заводтарында система ярҙамында юғары маржиналь продукттар 64 мең тоннаға артҡан. Әлеге ваҡытта «Башнефть» заводтарына технологик процестар менән идара итеүсе 24 система индерелгән, тағы 8-е – планлаштырыла.







