Радий Хәбиров Үзбәкстандың ошо өлкә хакимы Ботир Зарипов менән осрашты. Сәнәғәт, туризм һәм ауыл хужалығында бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды. Радий Хәбиров белдереүенсә, Бохарала нефть эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы үҫешкән. Туризмға килгәндә "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Бохара" программаһын ғәмәлгә ашырырға әҙербеҙ. Өлкәндәр Үзбәкстанға бара аласаҡ. Тәүҙә 500 пенсионер өсөн сәфәр ойошторола. Ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр ҙур. Башҡортостан Бохара өлкәһенән йәшелсә-емеш һатып алырға планлаштыра. Республикала транспорт-логистика үҙәген булдырыу мөмкинлеге бар. Уның ярҙамында Үзбәкстан продукцияһы Рәсәй баҙарына сығарыла.




