Быға тиклем Ҡараташ һыртына күтәрелгән һәр кешенән 200 һум алыу тураһында хаҡ ҡуйылған булған. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән, Урман хужалығы министрлығы һәм урындағы властар тикшереүенән һуң аҡса талап иткән яҙыу алып ташланған. Биләмәгә үтеү һәр кеше өсөн ирекле һәм бушлай. Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, туристарҙан түләү алыу законға ҡаршы килә. Урман кодексына ярашлы, кешеләр урманға ирекле инә ала. Әммә улар янғынға ҡаршы һәм санитар хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә тейеш. Прокуратура Айғырға менеүселәрҙән хаҡ һорау осрағы буйынса тикшереү башлаған.







