Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 ҡотҡарыусы әле Өфө районында шөғөлләнә. Күнекмәләр май аҙағына тиклем бара. Улар республика йылға-күлдәрендә эшләйәсәк. Башҡортостанда тиҙҙән һыу инеү миҙгеле башлана. Халыҡҡа рөхсәт булған урындарҙа ғына ял итергә кәңәш ителә. Бындай пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә.







