"Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында бизнес-шерифтар форумы үтә

Халыҡ-ара конгреста Рәсәй, Үзбәкстан һәм Беларусь төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Башҡортостан хөкүмәтенән. Төп тема - дәүләт һәм бизнес араһында хеҙмәттәшлектә алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе анализлау. - Инвестиция йәлеп итеүгә  айырыуса  иғтибар бирәбеҙ. 2023 йылда сумма 620 миллиард һумдан арты. Был шулай уҡ бизнес-шерифтарҙың эш һөҙөмтәһе, - тине Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы Сибайҙа 24-26 майҙа уҙғарыла.

Фото №1 - "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында бизнес-шерифтар форумы үтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ