Мәскәүҙә халыҡ-ара күргәҙмәлә шулай тип аталған аҙналыҡ башланды. Ул 26 майға тиклем бара. Быйыл октябрҙә Өфөлә "Рәсәй -спорт державаһы" тигән халыҡ-ара форум уҙғарыла. Был аҙнала республикала форум алдынан файҙаланыуға тапшырыласаҡ спорт объекттарына менән таныштыралар Тамашасылар өсөн спорт һәм күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Шашка, фехтование, бокс һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.




