Башҡортостанда туристик эшмәкәрлек тураһындағы законға төҙәтмәләр әҙерләнә. Төп маҡсат - туристар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. - Эске туризм үҫешә, был баҙарҙа тәҡдимдәр күбәйә бара. Тауға менеү, йә мәмерйәгә инеү күптәр өсөн ғәҙәти шөғөлгә әйләнде. Бурыс - туристик һуҡмаҡтарҙы хәүефһеҙ итеү. Ҡатмарлы, махсус әҙерлек һәм ҡорамалдар талап иткән маршруттар айырым теркәлергә, унда сәфәр ҡылыусыларҙы профессиональ инструктор оҙатып барырға тейеш - тине Республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Закон проекты 30 майҙа беренсе уҡыуға сығарыла.







