Иҫке Маты ауылында бәйҙә торған эт бәләкәй ҡыҙға һөжүм итә. Ҡыҙының ҡысҡырыуына әсәһе йүгереп килә һәм агрессия күрһәткә хайуанды ҡыуып ебәрә. Ҡот осҡос йәрәхәттәр менән баланы дауаханаға алып киләләр. Табиптар зыян күргән ҡыҙға квалификациялы ярҙам күрһәтә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәре үлемесле була. Тешләгән эттең ҡотороу сире менән ауырыуы ихтимал. Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йорт хайуанын 10 көнлөк карантинға бикләгәндәр. Осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү үткәрә.



