Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү дауам итә

Сәсеү кампанияһы ике аҙна эсендә тамамланырға тейеш. Теманың дауамы Иглин районынан әҙерләнгән яҙмала.

Көндәр йылынып, уңайлы һауа шарттары урынлашыу менән Иглин районында яҙғы сәсеү ойошҡанлыҡ менән дауам итә. Быйыл район аграрийҙары 13 мең мең гектар ерҙә иген культуралары сәсә. Шул иҫәптән дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанды иртә культуралар, өс меңгә яҡынын арпа, ҡалғандарын һоло, ҡарабойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләй.

Ауыл хужалығы предприятиеһы Мәсәғүт крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында 3 йыл элек ойошторолған. Аграрийҙар яңы эш стилен үҙләштереүгә, белемле кадрҙар йәлеп итеү һәм заманса яңы техника ҡулланыуға баҫым яһай.

Россельмаш тракторы һәм сәсеү комплексы ярҙамында 76 гектарҙа һарымһаҡ менән гәрсис сәсәбеҙ. Заманса сәсеү комлексы ике йыл элек һатып алынды. Был агрегат ярҙамында сәсеүҙе норманан тайпылмайынса бик сифатлы башҡарып була.

Хужалыҡта эш сифаты өсөн йәш белгес Никита Родионов яуаплы. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт аграр университеты магистратураһында уҡый. Йәш агроном вузда туплаған белемен хужалыҡта производство практикаһы ваҡытында әүҙем ҡуллана.

Әлеге ваҡытта яҫы борсаҡ сәсәбеҙ. Тиҙҙән һарымһаҡ сәсеүҙе тамамлаясаҡбыҙ. Дөйөм майҙаны 2400 гектар. Һөрөнтө ерҙәр 700 гектар тәшкил итә.Уның 150 гектары ҡарабойҙай, 100 гектарҙа судан үләне , 200-300 гектар самаһы майҙанда бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсергә ҡала. Был эштәрҙе июнь башына тамамларға иҫәпләйбеҙ.

Никита Родионов, агроном

Ауыл хужалығы предприятиеһы ит продукцияһы етештереү өсөн мал үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Был маҡсатта 125 герефорда, 62 абердин-ангус тоҡомло һыйырҙар һатып алынған. Яңы ерҙәрҙе үҙләштереүҙән тыш, һөт етештереү, балыҡсылыҡ, үҫемлекселек һәм агротуризмды үҫтереү ҙә күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ