Бөгөн Радий Хәбиров Үзбәкстан составындағы республиканың делегацияһын ҡабул итте. Уны Ҡарағалпаҡстандың министрҙар Советы рәйесе Фарход Эрманов етәкләй.
Осрашыуҙа һүҙ ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында барҙы. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, уларҙы сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға, логистика үҙәге, етештереү объекттары төҙөргә мөмкин. Әле Ҡарағалпаҡстан делегацияһы составында 40 эшҡыуар ҙа килгән, улар Башҡортостан предприятиелары менән таныша, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барлай.
Ик яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре барышында ла ҡаралғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ике республика халҡын тел, милли-мәҙәни хазиналарҙың оҡшашлығы бәйләй. Ҡунаҡтар эш сәфәре барышында Шишмә районында төҙөлгән Күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейында булған. Тамырҙарыбыҙ уртаҡ, ти ҡарағалпаҡтар.



