Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлә. Объект Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Белем биреү комплексында йәмғеһе 180 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ҡубыяҙ ауылы мәктәбе бер нисә корпуста урынлашҡан була, улар 1973 йылдан алып төрлө осорҙарҙа асылған. Ағас биналар ваҡыт үтеү менән иҫкерә, яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтан һыу аға, ҡышҡыһын кабинеттарҙы йылытыу ҙур көс талап итә. Былтыр апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылға яңы белем усағын төҙөү бурысын ҡуя.

4 мең 300 квадрат метрға иҫәпләнгән белем биреү коплексын төҙөү йылдам бара. Әле подвал әҙер, төҙөүселәр бинаның беренсе ҡатын һала.

Ҡубыяҙ ауылы халыҡ һаны буйынса, район үҙәге Асҡындан һуң икенсе урында тора. Унда бер мең 400 тирәһе кеше йәшәй. 11 йыллыҡ мәктәптә 130 бала белем ала, киләһе уҡыу йылына беренсе синыфҡа 13 уҡыусы килер тип көтөлә. Яңы мәктәп төҙөү осоронда улар күрше Урмияҙ ауылына йөрөп уҡый.

Проектҡа ярашлы белем биреү комплексы бинаһында заман шарттарына яуап биргән ашхана, спорт залы, медицина кабинеттары буласаҡ. Йылытыу, канализация системалары үткәрелә, видеокүҙәтеү, янғын сигнализацияһы эшләйәсәк.

Ҡубыяҙ ауылы мәктәбен йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү күҙаллана. Яңы белем биреү учреждениеһына йәш белгестәр ҡайтыр, тигән өмөттә хакимиәт етәкселәре. Сөнки уҡытыусыларға ҡытлыҡ һиҙелә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ