Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған

Бизнесты үҫтереүгә - 350 мең һум. Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған. Земфира Рәхимова матурлыҡ салонын район үҙәгендә асҡан. Субсидияны ул техник базаны нығытыуға йүнәлткән. Социаль ярҙамға тағы ла кемдәр дәғүә итә? Яуап киләһе яҙмала.

Маникюр, педикюр, ҡаш буятыу. Был салонға бер инеүҙә ҡурсаҡтай булып сығып китергә мөмкин. Оҫталар төрлө матурлыҡ операциялары эшләй. Ғафури районы үҙәгендә заманса матурлыҡ салонын Земфира Рәхимова асҡан. Был - минең бала саҡ хыялым, ти эшҡыуар. Ваҡыт үтеү менән, салон киңәйә, хеҙмәткәрҙәр ҙә арта.

Мин был салонда уҡыу үтеп, ошонда уҡ эшләй башланым. 3 айҙан һуң, мастер булдым. Әле был минең төп эш урыным. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт, эш оҡшай. Клиенттар ҙа күп.

Вартуи Зороглян, салон оҫтаһы

Әле матурлыҡ салонында 3 оҫта эшләй. Эшҡыуар район Мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ярты йыл һайын теләгән кем тырнаҡ сервисы йәки ҡаш оҫтаһына бушлай уҡый ала. Яңыраҡ йүнсел эшен үҫтереүгә дәүләттән ярҙам алған. Был социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса мөмкин булған. Субсидия аҡсаһы лазер аппаратын һатып алыуға йүнәлтелгән.

Адреслы социаль ярҙам эшҡыуарлыҡта ғына түгел, башҡа йүнәлештәрҙә лә этәргес була ала. Әйтәйек, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү өсөн 200 мең һумға тиклем матди ярҙам алырға мөмкин. Шулай уҡ субсидияға ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған граждандар дәғүә итә. Исемлек оҙон, мөһим талап - ғаилә аҙ тәьмин ителгән булырға тейеш. Шарттар менән тулыраҡ Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ