Акцияла билдәле шәхестәрҙең яҙмышында эҙ ҡалдырған әҫәрҙәр менән танышырға мөмкин. Китап байрамы 24-26 майҙа баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Икенсе тапҡыр ғына уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, йәрминкә тотош Рәсәйҙә һәм сит илдә лә танылыу алды.
Быйыл китап байрамында 18 төбәк һәм 6 сит илдән 200 нәшриәт ҡатнашырға теләк белдергән. Ошонда уҡ Рәсәй яҙыусылар союзының пленумы ла үтәсәк. Байрамға килеүселәргә яҙыусылар менән осрашыу , китап авторҙарынан автографтар алыу, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тейәсәк. Бәләкәй балалар менән килеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр ҙә көтә.



