Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитет ултырышында программа үтәлеше ҡаралды. Капиталь ремонт өсөн йорт һайлап алыуҙы үҙгәртергә тәҡдим ителде. Исемлеккә тәү сиратта бер ҡасан да төҙөкләндерелмәгән торлаҡтарҙы индереү мөһимлеге билдәләнде. Бының өсөн фатир хужаларының даими иғәнә түләп барыуы шарт. Ремонтты йортта йәшәүселәр менән бергәләп кәңәшләшеп башҡарыу мөһимлеге лә әйтелде. Быйыл капиталь ремонт өсөн 5,5 миллиард һум тотонола, 700-ҙән ашыу күп фатирлы йорт төҙөкләндерелә.







