Ғафуриҙар махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы партия маскировка селтәрҙәре ебәрергә әҙерләнә

Был эш райондағы һәр бер ауыл советында көйләнгән. Ирекмәндәр һаҡланыу селтәрен махсус үрергә өйрәнеп, көн һайын тиерлек пункттарға йыйыла. Әйтәйек, Родина ауылында маскировка селтәрҙәрен үрергә хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә йыйыла. Быға тиклем ирекмәндәр 50-гә яҡын төрлө ҙурлыҡтағы селтәрҙәр үреп, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргән. Туҡымаларҙы баштараҡ хәйриә аҡсаһына һатып алғандар. Һуңынан республика башлығы ирекмәндәр һорауы буйынса сеймал һатып алыу өсөн субсидия бүлгән.

Ғафури районы Табын ауылында иһә маскировка селтәрҙәрен үреүгә яңыраҡ тотонғандар. Быға тиклем ирекмәндәр яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн окоп шәмдәре, ойоҡбаштар, туҡмас әҙерләгән. Иртәнән кискә тиклем ауылдағы Мәҙәниәт йортонда тиҫтәгә яҡын пенсионер маскировка селтәрҙәре үрә. Берәүһен етештереүгә яҡынса ике көн кәрәк. Ирекмәндәр һалдаттар менән һәр саҡ бәйләнештә, селтәрҙәр уларҙың заявкалары буйынса оҙатыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ