Башҡорт фольклорсыһы Марат Минһажетдиновтың тыуыуына 90 йыл. Өфө фән һәм технологиялар университетында ғалимдың ижады һәм ғүмер юлына бағышланған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сарала университет педагогтары, студенттары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ғалимдары ҡатнашты.
Башҡорт совет фольклорсыһы, әҙәбиәт белгесе Марат Хәләф улы Учалы районында тыуған. Ул «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығы өсөн өс том әкиәт төҙөүсе, «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» ның һәм юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн әҙәбиәт буйынса дәреслектәр авторҙашы.
1962 йылдан алып вафатына тиклем Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан. Ғалим 1972 йылда 38 йәшендә вафат булған.



