Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостанда урта дөйөм белем биреү программалары буйынса 15 мең ярым уҡыусы һынау тота. Уларҙың дүрт меңе география, рус әҙәбиәте, химия буйынса. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн яуаплы һәм тулҡынландырғыс мәл тураһында киләһе яҙмала.
Ун беренселәр химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын бирә. Һынауға тиклем һанаулы ғына ваҡыт ҡалған. Берәүҙәр тулҡынлана, икенселәр үҙҙәрен ышаныслы тота. Шулай ҙа ҡурҡыу- борсолоуҙарға урын юҡ. Балаларҙы имтихан тапшырыу пунктына оҙата килгән уҡытыусылар ҙа ҡыҙҙар-егеттәр һайлап алынған предмет буйынса етди әҙерлек үтеүен билдәләй.
Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-cы башҡорт лицейында ойошторолған имтихан тапшырыу пунктында баш ҡаланың Октябрь районы белем усаҡтарынан йөҙҙән ашыу уҡыусы йыйылған. Аудиторияларға таралыр алдынан улар металл эҙләү ҡоролмаһында контроль үтте. Тәртипте күҙәтеүселәр булдыра. Өҫтәлдә лә ғәҙәттәгесә калькулятор, ручка, һыу, шоколад ҡына.
Химия буйынса имтиханда 34 эште үтәүгә өс сәғәт ярым ваҡыт бүленгән. Ҡыҫҡа һәм тулы яуап талап ителгән һорауҙар бар.
Тәүге һынау үҙҙәре һайлаған фән буйынса. Сығарылыш синыф уҡыусылары химиянан тыш, география һәм рус әҙәбиәтенән дә имтихан тапшырҙы.
Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы өсөн имтихандарҙы уҙғарыуға 165 пункт булдырылған, сығарылыш синыфтар араһында профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре популяр булыуы билдәле. Бынан тыш, Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса быйыл уҡыусыларға теләк буйынса бер предметты ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бирелә. Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы аҙағына тиклем был мөмкинлек менән файҙаланырға була.
Резерв көндәрҙе иҫәпкә алғанда, Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро 1 июлгә тиклем дауам итә. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн киләһе аҙна айырыуса ҡыҙыу буласаҡ. Мотлаҡ тапшырылырға тейеш фәндәр - рус теленән 28 майҙа, 31-дә математиканан.
Гөлназ Хәйбуллина



