Өфөлә урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары сәләмәт туҡланыу талаптарына яуап биргән донъя халыҡтары ризыҡтары рецептары менән уртаҡлашты. Башҡорт дәүләт аграр университетында йәштәр яңы идеялар фестивалендә әҙер изделиеларҙы тәҡдим итте. Жюри уларҙың файҙаһын, ингредиенттарҙың ярашлы булыуын, әҙерләүҙең ҡатмарлылығын, аҙыҡтың тышҡы күренешен, шулай уҡ аш-һыуҙың дөрөҫ тәҡдим ителеүен баһаланы. Сәләмәт десерттарға айырым иғтибар бүленде.
Икенсе майҙансыҡта яңы аҙыҡ-түлектең иң яҡшы фәнни эҙләнеүҙәре асыҡланды Был икмәк изделиелары, һөт продукттары, ярымфабрикаттар, десерттар, ҡайнар ризыҡтар, фенилкетонурия менән ауырыусылар өсөн аҡһымһыҙ продукция. Фестиваль-конкурс алтынсы тапҡыр үткәрелә. Унда республика юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарынан тыш, Һарытау ҡалаһының Вавилов университеты йәштәре лә әүҙем ҡатнаша.






